
Өфөнән Булат Атласов Монголияла джиу-джитсу буйынса донъя чемпионатында көмөш миҙал яуланы, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына Башҡортостандың Спорт министрлығынан. Көрәшселәр турниры Улан-Баторҙа 12 июлдән үтте, бөгөн ул тамамланды. Донъя чемпионатына 41 илдән 500-ҙән ашыу спортсы килде.
Булат Атласов Башҡортостандың Джиу-джитсу федерацияһын етәкләй. Ул спортсыларҙы ярыштарға әҙерләне, үҙе лә 35-39 йәш категорияһындағы М1 бүлегендә ҡатнашты. Финал алышында Булат Канада вәкиленән еңелеп, көмөш миҙалға лайыҡ булды.
«Турнирҙа ҡатнашыу теләге ике йыл элек барлыҡҡа килде. Әммә ул саҡта был федерацияла яңы ғына эшләй башлағайным, күп нәмәне белмәй инем. Былтыр Рәсәйҙең йыйылма командаһы ошо турнирҙа ҡатнашманы, ләкин мин уға спортсы булараҡ әҙерләндем. 2023 йылда бер ниндәй ҙә махсус спорт әҙерлек үтмәнем, даими шөғөлләндем», — тип яҙҙы Булат Атласов «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәһендә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.