09:35 (UTC+5), 05 Июля 2023

«Терра Башҡортостан» республика ат-спорт турнирының бүләк фонды – 10 миллион һум 

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Ләйсән Закирова

15 июлдә Өфөлә башҡорт тоҡомло аттар өсөн «Терра Башҡортостан» республика ат-спорт турниры башлана. Турнирҙың дөйөм бүләк фонды – 10 миллион һум. Ғәҙәттәгесә, бөтә этаптар ҙа Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында ойошторола.

«Терра Башҡортостан» турнирын асыу тантанаһының хедлайнерҙары  –популяр музыкант, мульти-инструменталист һәм шоумен ZAINETDIN, шулай уҡ «Бишбармаҡ» оркестры, - тип хәбәр итте республиканың «Аҡбуҙат» йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса компетенция үҙәге директоры Руслан Фәйзуллин. - Тамашасылар өсөн бай күңел асыу программаһы ҡаралған. Әйтәйек, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, сағыу декорациялы тематик фотозона, билдәле ижади коллективтарҙың сығышы».

Турнирға 5 көн ҡалғас ҡатнашыусылар өсөн йәрәбә һалыу ойошторола. Финал-  сентябрҙә. Бәйгенең дистанцияһы - 2400 метр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Терра Башҡортостан» республика ат-спорт турниры 2019 йылдан алып уҙғарыла. Төп маҡсат - йылҡысылыҡты һәм ат спортын үҫтереү.Турнирҙы республика хөкүмәте, Ауыл хужалығы министрлығы һәм «Аҡбуҙат» ипподромы ойоштора. 

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-07-05/prizovoy-fond-v-respublikanskogo-konnosportivnogo-turnira-terra-bashkiriya-sostavit-10-mln-rubley-3328308

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика