Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Июнь 2023, 12:10

Республикала спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштар һәм физкультураға тос өлөш индергән өсөн премия булдырылды

Валерий Шахов
Фото: Валерий Шахов

Башҡортостанда спорт өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштар һәм физик культураға тос өлөш индергән өсөн республика премияһы булдырылды. Республика хөкүмәтенең тейешле ҡарары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Документта билдәләнеүенсә, спорт премияһының маҡсаты - спортсыларҙың, тренерҙарҙың, физик культура һәм спорт өлкәһендәге белгестәрҙең һәм ойошмаларҙың профессиональ эшмәкәрлеген дәртләндереү.

Спорт премияһы конкурс һөҙөмтәләре буйынса район һәм ҡала бюджеттарына йүнәлтелә. Шәп спортсыларҙы, тренерҙарҙы һәм белгестәрҙе асыҡлауҙан һәм уларға ярҙам итеүҙән тыш, Башҡортостандың башҡарма власть органдарын, муниципалитеттарҙы, төбәк спорт федерацияларын һәм киң мәғлүмәт сараларын спортҡа һәм сәләмәт йәшәү рәүешен үҫтереүгә йәлеп итеү уның төп бурысы булып тора.

Ҡалаларға һәм райондарға положениеға ярашлы 2 миллион һум күләмендә премия бирелә. Ойошмаларға - 1,5 миллион һум, спорт федерацияһына ла шунса уҡ. Спорт ветерандары, тренерҙар һәм журналистар 200-шәр мең һум премия менән билдәләнһә, адаптив спортта мәшғүл тренерҙарға 250 мең һум түләнә.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-06-29/v-bashkirii-uchrezhdena-premiya-za-dostizheniya-v-oblasti-sporta-i-znachitelnyy-vklad-v-fizkulturu-3320501

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас