Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Июнь 2023, 10:54

Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең Дзюдо федерацияһы президенты хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы

15 июндә XXVI Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең Дзюдо федерацияһы президенты Сергей Соловейчик республика хөкүмәте менән Рәсәйҙең Дзюдо федерацияһы араһында республикала ошо спорт төрөн үҫтереү йәһәтенән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Документ Башҡортостанда дзюдо менән шөғөлләнеүселәр һанын арттырыуҙы, әлеге спорт төрө буйынса спортсыларҙың спорт һөҙөмтәләрен яҡшыртыуҙы, дзюдо буйынса тренерҙарҙың һәм инструкторҙарҙың квалификацияһын күтәреүҙе, матди-техник базаны үҫтереүҙе, сит ил спортсылары ҡатнашлығындағы рәсми спорт ярыштарын уҙғарыуҙы күҙ уңында тота.

Башҡортостанда дзюдо спорт төрө булараҡ 60-сы йылдар аҙағында Николай Данилович Попов ярҙамында барлыҡҡа килгән, хәҙер ул республикабыҙ өсөн төп спорт төрө булып тора.

Дзюдо республиканың 29 ҡала-райондарында үҫтерелә, 12 муниципаль спорт мәктәбендә һәм олимпия резервындағы спорт мәктәптәрендә «дзюдо» бүлектәре эшләй, унда 4000-дән ашыу кеше шөғөлләнә.

Республиканың йыйылма командаһы менән эшләгән тренерҙар составына 79 белгес инә.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-06-15/radiy-habirov-i-prezident-federatsii-dzyudo-rossii-podpisali-soglashenie-o-sotrudnichestve-3301264

Автор: Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас