Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Июнь 2023, 11:19

Башҡортостан спортсыһы Албанияла грек-рим көрәше буйынса Европа беренселегендә ҡатнаша

Башҡортостандың Спорт көрәше федерацияһы
Фото: Башҡортостандың Спорт көрәше федерацияһы

Башҡортостан спортсыһы Илья Кандалин Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында грек-рим көрәше буйынса Европа беренселегендә сығыш яһай, тип хәбәр иттеләр республиканың Спорт министрлығынан.

Илья Кандалин — Октябрьский ҡалаһының көрәш мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Йәш көрәшсе тренерҙар Илдар Ҡәрипов һәм Алексей Зиманов менән шөғөлләнә. Башҡортостан спортсыһы 51 килограмм ауырлыҡ категорияһында Рәсәй намыҫын яҡлай.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-06-06/sportsmen-iz-bashkirii-primet-uchastie-na-pervenstve-evropy-po-greko-rimskoy-borbe-v-albanii-3289153

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас