

Башҡортостан спортсылары Эдгар Шерстобитов һәм Салмон Тошов грек-рим көрәше буйынса Рәсәй беренселегенең көмөш призерҙары булды, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына республиканың Спорт министрлығынан.
Эдгар Шерстобитов (тренеры Е.В. Журавлёв) алышта Дағстан вәкиле Солтан Йосоповтан (32 кг ауырлыҡ категорияһы), ә Салмон Тошов (тренерҙары Г.В. Симонов һәм В.П. Коробов) финалда Мәскәү спортсыһы Данил Ложкиндан еңелде (48 кг ауырлыҡ категорияһы).
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Владимир Алексеевич Борман иҫтәлегенә 37-се турнир ярыштары башланды. Башҡортостандың баш ҡалаһында грек-рим көрәше буйынса Рәсәй беренселегендә 16 йәшкә тиклемге спортсылар көс һынаша. Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә 15 ауырлыҡ категорияһында алыштар бара.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.