11:59 (UTC+5), 26 Апреля 2023

Республикала олимпия, паралимпия һәм сурдлимпия уйындары еңеүселәре өсөн стипендиялар раҫланды

Альмира Давлетбаева

Башҡортостанда олимпия, паралимпия һәм сурдлимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙары булған республика спортсыларына, шулай уҡ уларҙың тренерҙарына дәүләт спорт стипендияларын түләү тураһында положениелар раҫланды. Тейешле ҡарар Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Документҡа ярашлы, республика олимпия, паралимпия һәм сурдлимпия уйындары чемпиондарына айына 30 000 һум стипендия түләй. Көмөш миҙал өсөн иһә ай һайын 25 мең һум. Өсөнсө урын өсөн 20 мең һум түләнергә тейеш.

Еңеүселәр һәм призерҙар әҙерләгән тренерҙарға бер иң юғары һөҙөмтә өсөн халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыусының стипендияһы күләменән 50% түләнә.

Стипендия ғүмерлеккә тәғәйенләнә.

Бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров олимпия, паралимпия һәм сурдлимпия уйындары еңеүселәре өсөн стипендиялар булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-04-26/v-bashkirii-utverdili-stipendii-dlya-pobediteley-olimpiyskih-paralimpiyskih-i-surdlimpiyskih-igr-3234601

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика