
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй»ҙең генераль советы секретары Андрей Турчакка Өфөлә самбо буйынса халыҡ-ара турнир уҙғарырға тәҡдим итте. Турнирҙы 2024 йылда үҙ ишектәрен асырға йыйынған Көрәш һарайында ойоштороуҙары ихтимал. Ярыштарҙы Самбо көнөндә — 2024 йылдың 16 ноябрендә үткәреү планлаштырыла.
«Башинформ» агентлығына билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта Башҡортостанда «Самбо — мәктәптәргә» программаһында республиканың 19 мәктәбе ҡатнаша. Ағымдағы йылдың аҙағына уларға тағы унау өҫтәлә.
«Бөгөн Мәскәүҙә үткән «Еңеү фәне» форумында республикабыҙҙа самбоны үҫтереү буйынса ҡаҙаныштар менән уртаҡлаштым. «Самбо — мәктәптәргә» программаһында Башҡортостандың 19 мәктәбе ҡатнаша. Быйыл йыл аҙағына уларға тағы унауҙы өҫтәйбеҙ. Яңы уҡыу йылынан Башҡортостан физик культура институтында самбо буйынса тренер-уҡытыусылар әҙерләй башлайбыҙ», — тине Радий Хәбиров.
Республика самбосылар өсөн сифатлы һәм осһоҙ экипировка етештерә башларға әҙер, тип өҫтәне Радий Хәбиров.
«Республика бындай мөмкинлектәргә эйә. Ғөмүмән, проект артабан да киңәйер, егеттәрҙе физик һәм рухи яҡтан көслө булырға өйрәтер тип ышанам. Был бик файҙалы», — тине Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров Башҡортостанда Андрей Турчак тәҡдим иткән «Za самбо» проектын ғәмәлгә ашырыу тураһында ғинуарҙа уҡ әйткәйне.
«Бөтә Рәсәй самбо федерацияһы президенты Сергей Елисеев менән Өфөлә Андрей Турчактың «Za самбо» проектын тормошҡа ашырыу тураһында фекер алыштыҡ, әйткәндәй, ул үҙе СССР-ҙың дзюдо буйынса спорт мастеры», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.