Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.38
+0.95
94.15
+0.34
59.79
+0.11
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Март 2023, 17:30

Башҡортостандың ҡыҙҙар командаһы тәүге тапҡыр хоккей буйынса Рәсәй беренселегендә бронза призер булды

Руслан Хәбибовтың ТГ-каналы
Фото: Руслан Хәбибовтың ТГ-каналы

Башҡортостандың 18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар командаһы үҙ тарихында тәүге тапҡыр хоккей буйынса Рәсәй беренселегендә өсөнсө урынды алды. Спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итеүенсә, ярыштарҙың йомғаҡлау этабы 2-10 мартта Түбәнге Новгород өлкәһендә үтте.

Унда Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Мәскәү, Свердловск, Түбәнге Новгород, Воронеж өлкәләренән һәм республикабыҙҙан командалар ҡатнашты. Башҡортостандың йәш спортсылары бронза миҙал яуланы һәм беренселектең призерҙары исемлегенә инде.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-03-13/zhenskaya-sbornaya-yuniorok-bashkirii-vpervye-v-svoey-istorii-pobedila-v-pervenstve-rossii-po-hokkeyu-3175425

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас