16:54 (UTC+5), 01 Марта 2023

Радий Хәбиров плей-офф уйыны алдынан «Салауат Юлаев» хоккейсылары менән осрашты

Эдуард Ҡусҡарбәков

Бөгөн, 1 мартта, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Салауат Юлаев» хоккейсылары менән осрашты. Республика етәксеһе Гагарин кубогы плей-офының беренсе матчы алдынан «юлаевсыларҙы» дәртләндереү өсөн «Өфө-Арена»ға килде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Салауат Юлаев» бөгөн Владивостоктың «Адмирал»ы менән уйнай.

Уҙған йылда Радий Хәбиров Өфө хоккейсылары менән осраша алманы, сөнки улар коронавирус инфекцияһына бәйле изоляцияға ебәрелде. Шуға күрә республика етәксеһе һәм Виктор Козлов дружинаһы өсөн был күптән көтөлгән осрашыу ине.

«Һеҙҙе күреүемә шатмын. Республика халҡы исеменән шәп уйын өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙ миҙгелде лайыҡлы үткәрҙегеҙ. Мин, әлбиттә, белгес түгел, әммә 68 матчтың еңел түгел икәнен аңлайым. Әлеге ваҡытта команда турнир таблицаһында лайыҡлы урынды биләй. Легионерҙар киткәндән һуң командаға ирония менән ҡарағандарын хәтерләйем. Әммә һеҙ юғалып ҡалманығыҙ. Виктор Николаевич («Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренеры Виктор Козлов - ред. иҫкәрмәһе), һеҙгә тренерҙар штабының яуаплы эше өсөн ҙур рәхмәт әйткем килә. Коллективта, командала дуҫтарса мөхит, ә был иң мөһиме. Бер-берегеҙгә ярҙам итәһегеҙ, был бик яҡшы», – тине Радий Хәбиров.

Бөгөн киске сәғәт 7-лә плей-офтың беренсе матчы башлана. Күнекмәләр алдынан «юлаевсылар» Радий Хәбировҡа команда һәм плей-офф символы төшөрөлгән свитер бүләк итте.

«Тотош республика «Салауат Юлаев» өсөн янып-көйә һәм еңеүгә ышана. Хатта махсус хәрби операция барған зонанан Доставалов исемендәге батальон хәрбиҙәре лә һеҙгә еңеү теләй. Ҡайҙа ғына булһаҡ та, барыбыҙ ҙа яратҡан командабыҙ өсөн янып-көйәбеҙ. Гагарин кубогын алырға кәрәк, бер ҡасан да амбициялы пландарҙан оялмағыҙ», — тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-03-01/radiy-habirov-pered-matchem-pley-off-vstretilsya-s-hokkeistami-hk-salavat-yulaev-3160943

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика