16:57 (UTC+5), 14 Февраля 2023

Михаил Мамиашвили: Башҡортостан көрәшселәре 2023 йылда Ҡытайҙа Азия уйындарында ҡатнаша ала

Фото: Олег Яровиков
Эдуард Ҡусҡарбәков

Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһын Ҡытайға Азия уйындарына саҡырғандар. Саҡырыуҙы ҡабул иттек, тип белдерҙе федерация президенты, олимпия чемпионы Михаил Мамиашвили.

«Беҙҙе ҡабул итеүгә әҙерлек кимәленә бәйле. Әгәр мөмкинлек бирһәләр, һис шикһеҙ, барабыҙ, әлегә бер нәмә лә хәл ителмәгән», — тип Михаил Мамиашвилиҙың һүҙҙәрен килтерә РИА Новости.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың 23 сентябренән 8 октябренә тиклем Ҡытай Халыҡ Республикаһының Ханчжоу ҡалаһында йәйге Азия уйындары ойошторола.

Яңыраҡ Михаил Мамиашвили Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың саҡырыуы буйынса Өфөлә грек-рим көрәше буйынса Рәсәй чемпионатын асыу тантанаһында ҡатнашты, тип хәбәр иткәйне «Башинформ». Бынан тыш, билдәле спорт ветераны Радий Хәбиров менән Өфөлә спорт көрәше өсөн яңы залды ҡараны.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-02-14/mihail-mamiashvili-bortsy-bashkirii-v-2023-godu-mogut-prinyat-uchastie-v-aziatskih-igrah-v-kitae-3142572

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика