

Башҡортостанда 2023 йылдың декабрендә биатлон буйынса Берҙәмлек кубогы ярыштарының уҙыуы ихтимал. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.
«Өфөлә Ҡышҡы спорт төрҙәре көнөн һәм биатлон буйынса Рәсәй беренселеген уңышлы үткәреү Башҡортостанға 2023 йылдың декабрендә Рәсәй һәм Беларусь биатлонсылары араһында биатлон буйынса Берҙәмлек кубогын уҙғарыуға дәғүә итергә мөмкинлек бирә. Бөгөн Рәсәйҙә ошондай ярыштар Европа кимәленә тиңләштерелә», – тип мөрәжәғәт итте Руслан Хәбибов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа.
«Үткәрегеҙ. Ярыштар ни тиклем күберәк булһа, шул тиклем яҡшыраҡ», – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.