14:01 (UTC+5), 19 Января 2023

Өфөлә «Яңы йыл ғаилә уйындары» фестивалендә 69 ғаилә командаһы ҡатнаша

Фото: «Берҙәм Рәсәй» партияһының матбуғат хеҙмәте
Эдуард Ҡусҡарбәков

Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары «Яңы йыл ғаилә уйындары» республика фестивален түҙемһеҙләнеп көтә. Быйыл «Яңы йыл ғаилә уйындары - 2023» 20 ғинуарҙа «Динамо» стадионында ойошторола.

Фестивалдең финалында Башҡортостан райондарында һәм ҡалаларында еңеү яулаған 69 ғаилә командаһы ҡатнаша. Командала атай, әсәй һәм уларҙың балаһы — башланғыс класс уҡыусыһы ҡатнаша.

Командалар быйма кейеп хоккей ярышында, сәкән менән туп йөрөтөү, ҡулса менән йүгереү эстафеталарында һәм башҡа күңелле дисциплиналарҙа үҙ көсөн һынарға тейеш.

«Яңы йыл ғаилә уйындары» фестивале Башҡортостан халҡын сәләмәт һәм әүҙем йәшәү рәүешенә, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү өсөн уҙғарыла.

Фестивалде Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Спорт министрлығы һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан бүлексәһе ойоштора.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-01-19/v-ufe-na-start-festivalya-novogodnie-semeynye-igry-vyydut-69-semeynyh-komand-3111352

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика