14:17 (UTC+5), 29 Декабря 2022

Өфөлә «ФИЗРА-Д спорт үҙәге» физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә

Фото: Башҡортостан Спорт министрлығының телеграм-каналы

Өфөлә «ФИЗРА-Д спорт үҙәге» физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө башланырға тора. Спорт объекты өсөн 9-сы спорт мәктәбенең физкультура-һауыҡтырыу комплексы урыны һайланған. Өфө хакимиәте инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу барышында концессия килешеүе төҙөнө.

Кисә баш ҡала мэрияһында «Футбол академияһы» спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең ата-әсәләре муниципалитет етәкселеге менән осрашты. Кәңәшмәне ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Владимир Жебровский үткәрҙе.

Килешеүгә ярашлы, яңы «ФИЗРА-Д спорт үҙәге» физкультура-һауыҡтырыу комплексын файҙаланыу ваҡытын бүлеү графигы ҡаралған. Объект төҙөлөп бөткәс, мәктәпкә күнекмәләр өсөн ваҡыт бүленергә тейеш. Бынан тыш, мэрия осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы 9-сы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең күнекмәләре өсөн өҫтәмә ваҡыт биреү тураһында килешеү төҙөргә ниәтләүҙәрен белдерҙе. Дәрестәр бушлай үткәрелә.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-12-29/v-ufe-poyavitsya-novyy-fok-tsentr-sporta-fizra-d-3090039

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика