Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
69.34
0
75.41
0
84.91
-1.75
-10 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Декабрь 2022, 14:59

Башҡорт бәһлеүәне Эльбрус Ниғмәтуллин яңы донъя рекорды ҡуйҙы

Башҡорт баһадиры Эльбрус Ниғмәтуллин Өфөлә яңы донъя рекорды ҡуйҙы. Был юлы спортсы һәр береһе 380 килограмлыҡ ике бүрәнәне 60 секунд буйына тотоп торҙо. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Киров районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда рекордты «Уралстронг - Рәсәй бәһлеүәндәре» федерацияһы президенты Дмитрий Кононец теркәне. Ул шунда уҡ баһадирҙы махсус сертификат менән бүләкләне.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-12-21/bashkirskiy-silach-elbrus-nigmatullin-ustanovil-novyy-mirovoy-rekord-3081608

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас в