16:59 (UTC+5), 15 Декабря 2022

«Был оҙайлы юл булды» – Радий Хәбиров Өфөлә Көрәш һарайы төҙөлөшө тураһында

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

Бөгөн, 15 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Көрәш һарайы төҙөлөшө менән танышты. Ул Муса Гәрәев, архитектор Рехмуков, Рудольф Нуриев һәм Комсомол урамдары менән сикләнгән кварталда төҙөлә. Спорт объектының майҙаны – 28 мең квадрат, төҙөлөш өсөн участканың майҙаны – 42,7 мең квадрат метр. Объектта төҙөлөш-монтажлау эштәре быйыл май айында башланған.

Көрәш һарайында спорт һәм ирекле көрәш, самбо, дзюдо, милли көрәш, көнсығыш бергә-бер көрәше буйынса төбәк, дөйөм Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар үткәрергә мөмкин.

«Өфөләге Көрәш һарайы донъя көрәшен үҙенә йәлеп итеү үҙәгенә әүереләсәк. Ярыштарҙан тыш, бында ғилми конференциялар, оҫталыҡ кластары ойошторорға мөмкин. Ҡарар ҡабул итеп, Көрәш һарайын төҙөй башлағанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, Радий Фәрит улы», – тип билдәләне Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты, олимпия чемпионы Михаил Мамиашвили.

Республика етәксеһе, ниһайәт, өсөнсө тапҡырҙан хыялының тормошҡа ашасағын билдәләп, Михаил Мамиашвилиға һәм федерацияға проектҡа ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт әйтте. 2024 йылға Көрәш һарайы биләмәһе лә төҙөкләндереләсәген билдәләне Радий Хәбиров. Биләмәлә баскетбол, волейбол, мини-футбол өсөн майҙансыҡтар, йүгереү юлдары, парковкалар төҙөү планлаштырыла.

«Был тренерҙарыбыҙҙың, халҡыбыҙҙың, балаларыбыҙҙың хыялы ине. Бының өсөн оҙайлы юл үттек. Көрәш һарайына аҡса табыу, уны проектлау һәм Рәсәйҙең Спорт министрлығы менән эшләү. Төҙөүселәр объектты 2024 йылдың яҙына файҙаланыуға тапшырырға вәғәҙәләй», – тине Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Көрәш һарайының тәүге нигеҙ ташына капсула һалыу тантанаһы 2019 йылдың авгусында уҙҙы.

Төҙөлөштөң генераль подрядсыһы – Өфөнөң «Проектстройкомплекс» компанияһы. Төҙөлөш-монтаж эштәренең хаҡы 5 миллиард һумға баһалана.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-12-15/eto-byl-dolgiy-put-radiy-habirov-o-stroitelstve-dvortsa-borby-v-ufe-3073244

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика