Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
69.34
0
75.41
0
84.91
-1.75
-10 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Декабрь 2022, 15:16

Башҡортостан биатлонсыһы Эдуард Латипов Төмәндә Рәсәй PARI кубогының өсөнсө этабында «алтын» яуланы

Руслан Хәбибовтың телеграм-каналы
Фото:Руслан Хәбибовтың телеграм-каналы

Башҡортостан биатлонсыһы Эдуард Латипов Төмәндә биатлон буйынса Рәсәй PARI кубогы спринтында (10 саҡрым) алтын миҙал яуланы.

Латиповтың һөҙөмтәһе — 25:15.7.

Ярышта Рәсәйҙән һәм Белоруссиянан  71 биатлонсы ҡатнашты. Башҡортостандан Илья Бурлаков (26-сы урын), Андрей Факеев (34-се урын), Александр Бабчин (40-сы урын), Алексей Петров (41-се урын), Дмитрий Коротков (47-се урын), Антон Бабиков (48-се урын) сығыш яһаны.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Төмәндә биатлон буйынса Рәсәй кубогының өсөнсө этабы башланды.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-12-08/novost-bez-zagolovka-3062805-3062805

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас в