
Өфөлә полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә көрәш буйынса бөтә Рәсәй турниры ойошторола. Ярыштар 25-27 ноябрҙә Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә үткәрелә. Турнирҙа илдең 20 төбәгенән 200-гә яҡын көрәшсе ҡатнаша.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығының генерал-лейтенант Артур Әхмәтхановтың хәтерен мәңгеләштереү тураһындағы указы буйынса йыл һайын республикала милли көрәш буйынса бөтә Рәсәй турниры ойошторола. Шулай уҡ Өфөнөң урта дөйөм белем биреү учреждениеларының кадет кластары араһында Артур Әхмәтханов исемендәге башланғыс хәрби әҙерлек конкурсы үткәрелә. Салауат районының Торналы ауылы мәктәбе офицерҙың исемен йөрөтә, ул унда 1970-1980 йылдарҙа уҡыған. 2020 йылдың сентябрендә мәктәптә Артур Әхмәтхановҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.