
Башҡортостанда полицияның генерал-лейтенанты Артур Фәрүәз улы Әхмәтхановтың иҫтәлегенә милли көрәш буйынса бөтә Рәсәй хәтер турнирына әҙерлек бара. Бының турала республика вице-премьеры Ирек Сәғитов үҙенең телеграм-каналында яҙып үткән.
Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә 25-27 ноябрҙә уҙасаҡ турнирҙа илдең 20 төбәгенән 200-гә яҡын спортсы ҡатнашасаҡ. Ирек Сәғитов белдереүенсә, үҙәк тейешле талаптарға яуап бирә һәм ярыш тейешле кимәлдә үтәсәк.
«Бөгөн коллегалар менән турнир уҙғарғанда, спортсылар йәшәгән урында йәмәғәт тәртибен, янғын хәүефһеҙлеген һаҡлау, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, медицина ярҙамы күрһәтеү кеүек актуаль һорауҙарҙы ҡараныҡ. Барыһының да әҙерлеге юғары. Башҡортостан быға хәтле лә үҙ биләмәһендә күләмле саралар уҙғарҙы. Быны беҙгә ҡунаҡтар һәм ситтән килгән спортсылар ҙа әйтә. Әлеге сараға ла беҙ барыһын да юғары кимәлдә әҙерләрбеҙ тип ышанам », – тигән Ирек Сәғитов.
https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-10-25/v-bashkirii-proydet-turnir-pamyati-general-leytenanta-politsii-artura-ahmethanova-3002766
Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.