Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
61.07
+0.32
63.39
+0.09
83.32
+0.29
-17 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Октябрь , 10:30

Өфөлә буласаҡ Көрәш һарайының цоколь ҡаты 95%-ҡа әҙер

Фото:видео скриншоты
Фото:видео скриншоты

Баш ҡалала Көрәш һарайын төҙөү әүҙем бара. Әле бында нигеҙ әҙер, цоколь ҡаты 95%-ҡа ҡоролған, беренсе ҡатты ҡаплаусы плитәләрҙе түшәйҙәр, инженер коммуникацияларын һуҙалар. Бының турала үҙенең телеграм-каналында төбәк спорт министры Руслан Хәбибов яҙған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөләге Көрәш һарайын Воскресение Христова соборы артында, Муса Гәрәев, архитектор Рехмуков, Рудольф Нуриев һәм Комсомол урамдары менән уратылған кварталда төҙөйҙәр. Бында яңыраҡ БР Башлығы Радий Хәбиров та булды. Ул төҙөүселәр һәм проектсылар менән бина эсендә нимә буласағы тураһында кәңәшләште һәм ул күп функциялы спорт объекты булһын тип тип хәбәр итте «Башинформ». Көрәш һарайы Өфөнөң 2024 йылда билдәләнәсәк 450 йыллығына төп юбилей объектарының береһе булып тора.

«Барыһы ла план буйынса бара. Беҙҙең Башлыҡ Радий Фәрит улы Башҡортостандың был эре һәм әһәмиәтле проектын контролдә тота. Беҙ бында Олег Васильевич Матыциндан да ҙур ярҙам алабыҙ. Төҙөлөш тамамланғанын республика көрәшселәре менән түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ», - тигән Руслан Хәбибов.

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков

https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-10-21/tsokolnyy-etazh-buduschego-dvortsa-borby-v-ufe-gotov-na-95-2997752

Читайте нас в