Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстанда билбау көрәше буйынса донъя чемпионатында Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында еңеү яулаған спортсыларҙы билдәләне. Бүләкләү тантанаһы бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә уҙҙы.
Радий Хәбиров Башҡортостандың Рима Баталова исемендәге әҙерлек үҙәге спортсыларын – Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, билбау көрәше буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Артур Зөлҡәрнәевты, Туймазы районының 2-се спорт мәктәбе тренеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, билбау көрәше буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы Рәзил Шәбиевты бүләкләне.
«Рәсәй командаһы Үзбәкстандың Наманган ҡалаһында билбау көрәше буйынса донъя чемпионатында ҡатнашты, тап Башҡортостан вәкилдәре, биш алтын һәм ике бронза миҙал яулап, еңеүгә тос өлөш индерҙе», – тине Радий Хәбиров.
Шулай уҡ Башҡортостан билбау көрәше федерацияһының беренсе вице-президенты, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Өфөнөң «Батыр» спорт мәктәбе тренеры Рөстәм Зыяҡаевтың һәм Башҡортостандың билбау көрәше федерацияһы президенты Ирек Шәриповтың ҡаҙаныштары билдәләнде.
Үзбәкстанда билбау көрәше буйынса донъя чемпионатында Грузия, Бельгия, Иран, Рәсәй, Пакистан, Ҡытай, Италия, Төркиә, Камерун, Бразилия, Молдова, Һиндостан, Монголия, Латвия, Эстония,Ҡаҙағстан һәм Тажикстан спортсылары ҡатнашты, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.