

Быйыл Башҡортостандың 20 районында 50 тренерға «Ауыл тренеры» республика программаһы буйынса 600 мең һум аҡса тапшырыла. Уның шарттары тураһында бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгенән «Сәләм» программаһына тура бәйләнештә һөйләнеләр.
Башҡортостан — Рәсәйҙә ауыл еренә тренерҙарҙы йәлеп итеү тәжрибәһен индергән тәүге төбәк. Радий Хәбировтың башланғысы менән 2020 йылда республикабыҙҙа «Ауыл тренеры» программаһы эшләй башланы. Программала ауыл ерендә балалар менән эшләгән спортсылар ҡатнаша.
Контракт шарттарына ярашлы, ауылда кәмендә биш йыл эшләгән белгестәр600-шәр мең һум аҡса алыу мөмкинлегенә эйә. Аҡсаны торлаҡ йәки йорт төҙөүгә ер участкаһы һатып алыу өсөн тотонорға була.
2020 йылда бындай түләүҙе — 34, былтыр иһә 20 ауыл тренеры алған. 54 тренер ауылда ҡалған, тип өҫтәне Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәре Зөлфиә Басирова.
«Ауыл тренеры» республика программаһының тулы тексы менән рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында танышырға мөмкин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.