Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
55.3
0
52.74
0
85.35
-1.83
15+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Август , 14:35

Рәсәйҙә спорт мәктәптәре тренерҙарына педагогия хеҙмәткәрҙәре статусы бирелә

Олег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

2023 йылдан башлап илдең спорт үҙәктәре һәм мәктәптәре – белем биреү эшмәкәрлегенә лицензия, ә ошо учреждениеларҙа эшләгән тренерҙар бөтә хоҡуҡтар, бурыстар һәм социаль гарантиялар менән педагогик хеҙмәткәрҙәр статусын алыу мөмкинлегенә эйә. Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин ябайлаштырылған тәртиптә ошондай лицензиялар биреү ҡағиҙәләрен раҫлаған ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Спорт әҙерлеге программалары буйынса эшләгән ойошмаларға Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәткә тейешле ғариза тапшырыу ҙа етә.

Бындай лицензиялар ярты йыл ғәмәлдә була. Артабан спорт үҙәктәре һәм мәктәптәре мөҙҙәһеҙ лицензиялар алырға мөмкин. Быны 2023 йылдың 1 сентябренә тиклем башҡарырға кәрәк.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-08-17/v-rossii-trenery-sportshkol-poluchat-status-pedrabotnikov-2912635

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас в