Баймаҡ районында уҙған башҡорт аты фестивале барышында «Оҙон бәйге » ат сабышы уҙҙы. Ярышты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡараны, ә һуңынан ул етеҙ һыбайлыларға наградалар тапшырҙы.
14 саҡрымлыҡ урауҙа Баймаҡ районы вәкиле Алмас Шөғөров һәм уның Турысай ҡушаматлы аты еңеү яуланы. Республика Башлығы Шөғөровҡа төп бүләк – кубок һәм «Лада Гранта» автомобиленә сертификат тапшырҙы.
Икенсе урын һәм 120 мең һум – Силәбе өлкәһе вәкилендә, өсөнсөлә лә Баймаҡ районы вәкиле. Уға 90 мең һум аҡса бирелде.