15:34 (UTC+5), 07 Июля 2022

Республиканың спорт министры стадиондарҙа һыра эсеүгә ҡаршы сығыш яһаны

Фото: Тәлғәт Хәмзин
Тәлғәт Хәмзин

Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов көйәрмәндәрҙең уйын ваҡытында спиртлы эсемлектәр эсеүенә ҡаршы булыуын белдерҙе.

«Быға ҡырҡа ҡаршымын. Шуның арҡаһында клубтарҙың спонсор, финанс ярҙамы алыуын аңлап торабыҙ, белеүебеҙсә, Көнбайышта бындай күренеш бар. Ләкин кешеләр уйындарға балалары менән бергә килә, мин тамашасыларҙың стадиондарҙа иҫерткес эсемлектәр ҡулланыуын теләмәҫ инем», — тине Руслан Хәбиров «Башинформ» хәбәрсеһенә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Дәүләт Думаһында стадиондарҙа һыра һатыу тураһында закон проектын яңынан ҡарарға теләйҙәр. бөгөн  ТАСС агентлығы менән әңгәмәлә Дәүләт Думаһының физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Дмитрий Свищев ошо турала әйтте.

«Ошо закон проекты буйынса эште яңынан башлайбыҙ. Тиҙҙән футбол буйынса Рәсәй премьер-лигаһы башлана, шуға күрә ошо йүнәлештәге эшкә кире ҡайтыу мөһим», — тине Свищев.

2005 йылдан Рәсәйҙә спорт объекттарында һыра һатыу тыйыла.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-07-07/ministr-sporta-bashkirii-vystupil-protiv-vozvrata-piva-na-stadiony-2866466

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика