
Рәсәй Федерацияһы президенты Указы менән Башҡортостандың спорт мәктәптәре тренерҙары һәм етәкселәре 2020 йылда Токиола уҙған XXXII Олимпиадала, XVI Паралимпия йәйге уйындарында юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән спортсылар әҙерләгәне өсөн орден-миҙалдар менән бүләкләнде.
Өфөнөң 31-се спорт мәктәбе тренеры Ольга Байракова, «Салауатинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең йөҙөү буйынса тренеры Фәнил Кирәев, Башҡортостан Республикаһы Паралимпия резервындағы спорт адаптив мәктәбенең адаптив физик культура буйынса тренер-уҡытыусылары Гүзәл Тверякова, Сергей Трухачев, Хәлил Шаммасов Дуҫлыҡ орденын алды.
Өфөнөң фехтование буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе директоры Лира Грушина, «Урал» профессиональ спорт волейбол клубы» ойошмаһының баш тренеры Игорь Шулепов I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалына лайыҡ булды.
Өфөнөң фехтование буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе тренеры Фәрит Арыҫланов, Өфөнөң еңел атлетика буйынса 21-се олимпия резервындағы спорт мәктәбе тренеры Борис Афанасьев, Стәрлетамаҡтың 2-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Александр Живаев II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнде.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.