Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
53.77
0
56.36
0
111.63
+2.6
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Май , 10:07

Әбйәлил районынан Ғаяз Шөғөров – билбау көрәше буйынса донъя чемпионы

Татарстан Республикаһының Болғар ҡалаһында милли командалар араһында билбау көрәше буйынса Донъя кубогы үтте.

Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында Әбйәлил районы Асҡар балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең ике тәрбиәләнеүсеһе – Ғаяз Шөғөров (тренеры Әбделғәзин Р.Х.) һәм Өфө күп профилле колледжының дүртенсе курс студенты Арсен Шәрипов (тренеры Шәрипов Ф.Д.) ҡатнашты.

Ғаяз Шөғөров Тажикстан вәкиле менән финалда 60 килограмм ауырлығындағы категорияла ышаныслы еңеү яулап, Донъя чемпионы тип танылды. Донъя чемпионын район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов та ҡотланы. 

Донъя кубогында донъяның 25 иленән 150-нән ашыу спортсы ҡатнашты: Афғанстан, Алжир, Ангола, Әрмәнстан, Азербайжан, Бангладеш, Беларусь, Египет, Гвинея, Грузия, Һиндостан, Израиль, Ираҡ, Иран, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ливан, Молдова, Монголия, Рәсәй, Тажикстан, Төркмәнстан, Төркиә, Үзбәкстан, Чад.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-05-22/gayaz-shugurov-iz-abzelilovskogo-rayona-bashkirii-stal-chempionom-mira-po-borbe-na-poyasah-koresh-2813

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас в