13:11 (UTC+5), 19 Апреля 2022

Өфөлә Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә волейбол буйынса ҡала турнирының финалы була

Фото: «Башинформ»
Галина Бахшиева

20 апрелдә Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә волейбол буйынса ҡала турниры еңеүселәре билдәләнә, тип хәбәр иттеләр мэриянан.

Миҙалдар өсөн район этаптарында еңеү яулаған 14 мәктәп командаһы көрәшә. Йыйылма командаларҙа 9-11-се класс уҡыусылары уйнай.

«Йәштәр араһында һайлап алыу ярыштары һөҙөмтәләре буйынса финалда Октябрь районының 47-се гимназияһы, Киров районының 16-сы гимназияһы, Дим районының 104-се мәктәбе, Совет районының 108-се мәктәбе уҡыусылары көс һынаша, — тип белдерҙеләр муниципалитеттың матбуғат хеҙмәтендә. — Бөгөн ҡыҙҙар араһында миҙалға дәғүә иткән командалар билдәләнә».

2020 йылда арабыҙҙан ваҡытһыҙ киткән Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин волейболды үҫтереүгә, үҫеп килгән быуын араһында ошо спорт төрөн популярлаштырыуға ҙур иғтибар бүлде.

Яҡында ғына спорт менән шөғөлләнеү өсөн волейбол майҙансыҡтарын булдырыу буйынса «Һәр ихатаға волейбол» проекты уның башланғыстарының береһе ине. Ошо проект ярҙамында 2019 йылдан Өфөлә 197 яңы майҙансыҡ булдырылған, 130-ы төҙөкләндерелгән.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-04-19/v-ufe-proydet-final-gorodskogo-turnira-po-voleybolu-pamyati-ulfata-mustafina-2775150

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика