14:09 (UTC+5), 08 Апреля 2022

Өфөнөң 450 йыллығына Фехтование үҙәген мотлаҡ төҙөрбөҙ — Башҡортостандың спорт министры

Фото: Рәсәйҙең Олимпия комитеты

2024 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында Фехтование үҙәге төҙөү планлаштырыла. «Беҙ бергә. Спорт» түңәрәк өҫтәлендә республиканың спорт министры Руслан Хәбибов ошо хаҡта белдерҙе.

«Беҙ уны мотлаҡ төҙөрбөҙ», — тине министр, Токиолағы олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллинаның сығышына яуап биреп.

Дәүләт Думаһы депутаты, паралимпия чемпионы Рима Баталова Заһиҙуллинаның ошо үҙәктә балалар тәрбиәләү һәм күнекмәләр үткәреүҙе үҙ өҫтөнә алыуын билдәләне. Спортсы әйтеүенсә, уның карьераһы тамамланмаған әле, ул фехтование менән шөғөлләнеүен дауам итә, фигуралы шыуыу менән мауыға, унда ла уңыштары ярайһы уҡ ҙур.

Бынан алда «Башинформ» Өфө рапирасыларының Токиолағы Олимпиадала уңышлы сығыш яһағандан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Фехтование үҙәген төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итеүе хаҡында хәбәр иткәйне. Ул саҡта Аделина Заһиҙуллина — алтын, ә Тимур Сафин көмөш миҙал яуланы.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-04-08/k-450-letiyu-ufy-obyazatelno-postroim-tsentr-fehtovaniya-ministr-sporta-bashkirii-2761841

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика