Башҡортостандың паралимпия спорты вәкиле Александр Давидович Ханты-Мансиҙа барған «Беҙ бергә. Спорт» ҡышҡы Уйындарының икенсе миҙалын алды.
Спортсы «биатлон спринты» дисциплинаһында финишҡа өсөнсө булып килде. Шулай итеп, Давидович республика өсөн бронза миҙал яуланы.
Бынан алда «Башинформ» Александр LW10-12 класында (ултырып) ирекле стиль менән 10 саҡрымға саңғы ярышында көмөш миҙалға лайыҡ булыуы тураһында хәбәр иткәйне.
https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-03-18/aleksandr-davidovich-zavoeval-vtoruyu-medal-na-zimnih-igrah-paralimpiytsev-2733428