Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәй чемпионатының эҙәрлекләү ярышында Кәрим Хәлили еңеү яуланы. Биатлонсы, Свердловск өлкәһе вәкиле Кирилл Бажинды икенсе урында ҡалдырып, почет пьедесталының беренсе баҫҡысына күтәрелде. Өсөнсөлә — Ямал-Ненец автономиялы округы биатлонсыһы Рөстәм Ҡәйүмов.
Пасьютта Рәсәй Биатлонсылар союзы кубогын Белоруссия спортсыһы Антон Смольский яуланы. Хәйер, был ярышта пьедестал белорустарҙыҡы ғына булды. Көмөш миҙал — Дмитрий Лазовскийҙа, «бронза» — Никита Лобастовта.
https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-03-14/gonku-presledovaniya-chempionata-rossii-v-ufe-vyigral-karim-halili-v-kubke-sbr-belorus-smolskiy-2726863