Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Март 2022, 13:37

Өфө биатлонсыһы Эдуард Латиповҡа «Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры» исеме бирелде

Рәсәй Спорт министрлығының Башҡортостан биатлонсыһы Эдуард Латиповҡа «Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры» тигән почетлы исем биреү тураһында бойороғо баҫылып сыҡты. Ульяна Ниғмәтуллина һәм Кристина Резцова ла ошондай исемгә лайыҡ булды.

«Бойороҡҡа Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин ҡул ҡуйған», — тип хәбәр иттеләр республиканың Спорт министрлығынан.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Эдуард Латиповтың Пекиндағы Олимпиадала өс бронза миҙал яулауы хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-03-03/biatlonistu-iz-ufy-eduardu-latypovu-prisvoeno-zvanie-zasluzhennyy-master-sporta-rossii-2713396

Читайте нас: