Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.94
+0.3
89.15
+0.22
90.89
+0.93
-14 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Ғинуар , 11:22

«Салауат Юлаев» хоккей клубында – коронавирус йоҡтороуҙың яңы осраҡтары

«БИЗНЕС Online» баҫмаһы хәбәр итеүенсә, «Салауат Юлаев» хоккей клубында 26 хоккейсының анализдары коронавирусҡа ыңғай һөҙөмтә күрһәткән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, өс көн элек «Салауат Юлаев»та сир йоҡтороуҙың туғыҙ осрағы теркәлгәйне. Шуның арҡаһында Континенталь хоккей лигаһы 8 ғинуарҙа Хельсинкиҙа «Салауат»тың «Йокерит» менән уйынын үткәрмәне.

4 ғинуарҙа Өфө командаһында өс уйынсыла коронавирус асыҡланды, ә 5 ғинуарҙа «СЮ» Риганың «Динамо»һын ҡабул итте (6:4). Кисә Континенталь хоккей лигаһы 14 уйынсыла коронавирус табылғандан һуң «Динамо»ның өс матчын уҙғарманы.

Шулай уҡ ЦСКА-ла коронавирус таралыуы теркәлгән. Бер нисә көн элек Континенталь хоккей лигаһы чемпионатты туҡтатыу ихтималлығы хаҡында иғлан итте. Ошо аҙнала әлеге мәсьәлә буйынса ҡарар сығарылырға тейеш.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-01-09/soobschaetsya-o-novyh-sluchayah-zarazheniy-koronavirusom-v-salavata-yulaeve-2648050