

13 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Өфө» футбол клубының генераль директоры Шамил Ғәзизов менән осрашты. Ағымдағы эш һәм клубты үҫтереү мөмкинлектәре, шулай уҡ финанс ярҙамы мәсьәләһе тикшерелде.
Радий Хәбиров Рәсәй Премьер-лигаһының һуңғы уйындарында «Өфө» футбол клубының ҡыҙыҡлы уйынын һәм команда турнир таблицаһының юғары баҫҡыстарына ынтылырға тейешлеген билдәләне.
«Беҙҙең клуб ҡатнашлығындағы уйындарҙы ҡыҙыҡһынып ҡарайым. Йәш спортсыларҙың күбеһе уйынға ижади ҡараш күрһәтеүен, яйлап тәжрибә туплауын билдәләгем килә, – тине республика етәксеһе. – Әлбиттә, был башҡа клубтарҙың да иғтибарын үҙенә йәлеп итә, ләкин беҙ көслө команда булдырырға теләйбеҙ. Быға тиклем булған бөтә финанс мәсьәләләрен хәл иттек».
Республика менән тығыҙыраҡ эш итеү өсөн Башҡортостан Башлығы клубтың попечителдәр советы рәйесе сифатында спорт министры Руслан Хәбибовтың кандидатураһын тәҡдим итте.
«Был ҡарар беҙгә республикала футболды үҫтереүгә күберәк иғтибар бүлергә мөмкинлек бирер, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Киләһе йылдың башында ағымдағы хәлде тикшерергә, балалар футболын үҫтереүгә айырым иғтибар бүлергә тәҡдим итәм».
Шамил Ғәзизов республика етәкселегенә һәм Радий Хәбировҡа клубҡа булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Уның ярҙамында ойошманың финанс хәле тотороҡло ҡала.
«Яҙға ҙур спорт ҡаҙаныштарына өлгәшә алырбыҙ тип уйлайым», – тип белдерҙе Шамил Ғәзизов.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.