Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Октябрь 2021, 13:41

Башҡортостандан Айгөл Иҙрисова халыҡ-ара шашкалар буйынса Европа чемпионы булды

«Башҡортостан» үҙәк шашкалар клубынан
«Башҡортостан» үҙәк шашкалар клубынан
«Башҡортостан» үҙәк шашкалар клубы спортсыһы Айгөл Иҙрисова Республика көнөндә «блиц» дисциплинаһында халыҡ-ара шашкалар буйынса Европа чемпионатында еңде.
Италияла уҙған ярышҡа иң яҡшы уйынсылар йыйылды. Унда ете рәт донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина, ике рәт донъя чемпионы Наталья Садовска (Польша), ғәмәлдәге донъя чемпионы Матрена Ноговицына (Яҡутстан), донъяның экс-чемпионы Ольга Камышлеева (Нидерландтар) һәм башҡалар ҡатнашты.
Айгөл Тамара Танһыҡҡужинан һәм 16 мәртәбә донъя чемпионы Зоя Голубеванан (Латвия) ҡала Европа чемпионатын бөтә өс программала ла еңеүсе булды. 2013 йылда ул БДУ студенты булғанда әйтелгән ярышты «рапид» диспиплинаһында еңгән (ул мәлдә чемпионат студенттар араһында Европа беренселеге менән уҙғарылған). 2016 йылда Айгөл Европа чемпионатында классик программала алдынғы булған.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: