12:17 (UTC+5), 30 Сентября 2021

Яҡташтарыбыҙ донъялағы иң хәүефле тауҙы яулай

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Билдәле өфөләр — блогер Рөстәм Нәбиев һәм ресторатор Сергей Белкин әлеге ваҡытта Манаслу тауы битләүендә.
Сергей Белкин тауға менеп төшкән. Ул Фейсбукта үҙенең яҙылыусыларына ошо хаҡта хәбәр иткән:
«Мин тауҙы яуланым! Манаслу! Непал. Диңгеҙ кимәленән 8163 метр. Донъяла бейеклеге буйынса һигеҙ мең метрлыҡ һигеҙенсе тау, — тип яҙҙы бизнесмен. — Дуҫтар, барыһы ла һәйбәт, һау-сәләмәтмен, юғалтыуҙар юҡ. Мин беренсе тапҡыр һигеҙ мең метрлыҡ тауға артылдым! Был еңелдән булманы, шуға айырыуса бәхетлемен». Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Сергей — Башҡортостандан һигеҙ мең метрлыҡ тауға күтәрелгән тәүге альпинист.
Манаслу – донъяның дәүмәле буйынса һигеҙенсе тауы. Артылыу бик хәүефле тип һанала, сөнки Манаслу тауында үлем осрағы 17 процент тәшкил итә. Тау башына менгән саҡта осраған ҡар ишелмәһе, боҙ ҙур хәүеф тыуҙыра.
Омскиҙа казарма емерелгәндә ике аяғын юғалтҡан Рөстәм Нәбиев Эльбрусты яуланы ла инде. Хәҙер ул үҙенең икенсе бейеклегенә – Манаслу тауына үрләй.
«Был — минең үтергә тейешле иң ҡатмарлы юлым! Тауға артылыуым миллиондарса кешегә бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәү символы булһын. Мин быны үҙем өсөн генә түгел, бөтәбеҙ өсөн дә эшләрмен», — тип яҙҙы Рөстәм Инстаграмда.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика