12:30 (UTC+5), 21 Сентября 2021

Республикала тамашасыларҙың спорт сараларында ҡатнашыуына сикләү индерелде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостандың Спорт министрлығы яңы коронавирус инфекцияһына бәйле тамашасыларҙың ябыҡ биналарҙа спорт сараларында ҡатнашыуына сикләү индерҙе. Роспотребнадзор идаралығы менән кәңәшләшкәндән һуң ведомство ошондай ҡарар ҡабул итте. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, сикләү 2021 йылдың 1 ноябренә тиклем ғәмәлдә була.
«Беҙҙең ведомство ҡарамағындағы ойошмаларға, спорт төрҙәре буйынса федерацияларға, профессиональ спорт ойошмаларына, шулай уҡ республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәренә тейешле тәҡдимдәр ебәрелер», — тиелә хәбәрҙә.
Башҡортостан Республикаһының Спорт министрлығында белдереүҙәренсә, хоккей, футбол һәм волейбол матчтарында тамашасылар һанын сикләү тураһында мәсьәлә айырым өйрәнелә. Ведомство вәкилдәре «Өфө-Арена»ла, BetBoom Аренала һәм «Динамо» стадионында «мөмкин тиклем ҡаты санитар-эпидемиологик талаптар» ҡабул ителәсәген билдәләне.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы 21 сентябргә республикала яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторғандарҙың 63 519-ға етеүе тураһында хәбәр иткәйне. Вафат булғандар 1439-ға еткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика