
«Рәсәйҙең йыйылма командаһы Токиола лайыҡлы сығыш яһаны. Еңеү яулау өсөн ниндәй ауырлыҡтарҙы еңергә тура килгәнен үҙегеҙ генә беләһегеҙ. Республикабыҙҙан 14 вәкил сығыш яһаны. Илебеҙ командаһы дөйөм көс менән 118 миҙал алды, 17 донъя рекорды ҡуйҙы. Уларҙың береһе — Богдан Мозговойҙа. Богдан арҡаға ятып 100 метрға йөҙөүҙә донъяла иң шәп йөҙөүсе булды. Тағы ике йөҙөүсебеҙ, Анна Крившина һәм Илнур Ғарипов, паралимпия рекордтары ҡуйҙы. Башҡортостан паралимпиясылары Рәсәй командаһының дүртенсе урын алыуына лайыҡлы өлөш индерҙе. Илебеҙ өсөн биш алтын, өс көмөш һәм дүрт бронза миҙал яуланы. Бик яҡшы һөҙөмтә!», — тине Радий Хәбиров.
«Республика сағыу еңеүҙәрегеҙ өсөн рәхмәт белдерергә тейеш. Коллегаларыбыҙ менән кәңәшләшеү, бөтә тәҡдимдәрҙе өйрәнеү өсөн беҙгә ике аҙна ваҡыт бирегеҙ. Спорттың адаптив төрҙәрен үҫтереү өсөн яңы үҙәк төҙөлөшө вариантын һайлауыбыҙ ҙа ихтимал», — тине Радий Хәбиров.
«Һеҙ — беҙҙең ғорурлыҡ, тиҫтерҙәрегеҙ, йәштәр һәм балалар өсөн матур өлгө. Һәр берегеҙҙең спорт һәм шәхси биографияһы улар өсөн сағыу өлгө булып тора», — тине Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.