Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
86.96
-0.15
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Сентябрь 2021, 15:57

Башҡортостан спортсылары билбау көрәше буйынса донъя чемпионатына юллама алды

Нальчикта билбау көрәше буйынса Рәсәй чемпионаты тамамланды. Башҡортостан спортсылары бөтәһе туғыҙ: биш алтын, өс көмөш һәм бер бронза миҙал менән ҡайтты.
Алёна Фәтихова (52 килограмм), Камилла Елисеева (58 килограмм), Илфаҡ Ибәтуллин (57 килограмм), Рәзил Шәбиев (68 килограмм) һәм Артур Зөлҡәрнәев (75 килограмм) алтын призёр булды.
Евгений Зиязов, Шамил Зарипов һәм Наил Мөхәмәтйәнов көмөш миҙал яуланы. Пьедесталдың өсөнсө баҫҡысында – Туймазы спортсыһы Илдар Кашапов.
Әйткәндәй, бөтә призёрҙар ҙа билбау көрәше буйынса донъя чемпионатына юллама алды.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: