08:00 (UTC+5), 02 Сентября 2021

Радий Хәбиров быйыл «Салауат Юлаев» хоккей клубының иҡтисади проблемалары булмаясағын әйтте

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Континенталь хоккей лигаһы миҙгеле башланыр алдынан «Салауат Юлаев» хоккей клубы менән осрашты. Республика етәксеһе был миҙгелдең команда өсөн юбилейлы булыуын иҫкә төшөрҙө. Клуб ойошторолоуға – 60, беренсе Гагарин кубогын алыуға 10 йыл тула.
«10 йыл үтте, икенсе Кубок алыу тураһында ла уйларға мөмкин. Тәжрибәле команда, тәжрибәле тренерҙар коллективы. Көйәрмәндәребеҙ тоғро, — тине Радий Хәбиров. — Беҙҙә хоккей бик популяр, ҡайҙа ғына барһам да, боҙ һарайҙарын төҙөүҙе һорайҙар. Быйыл Ишембайҙа боҙ аренаһын астыҡ. Киләһе йылда Октябрьскийҙағы төҙөлөштө тамамлайбыҙ. Хәҙер Баймаҡта боҙ һарайын проектлайбыҙ һәм Яңауылда проект алды эштәрен башлайбыҙ. Әкренләп тотош республикала боҙ һарайҙары һәм хоккей майҙансыҡтары төҙөрбөҙ».
Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, быйыл «Салауат Юлаев»тың иҡтисади проблемалары булмай. Республика етәкселеге бер нисә компания менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе.
«Команданы үҙенең кәйефе һәм әҙерлек кимәле генә борсорға тейеш, ҡалғанын беҙ хәстәрләрбеҙ. Гагарин кубогын көтәбеҙ, уның өсөн көрәшәсәкбеҙ!» — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Өфө хоккей клубы ошо миҙгелдә генә түгел, киләһендә лә тотороҡло финанслау менән тәьмин ителгән. Был хаҡта «Салауат Юлаев»тың генераль директоры Ринат Бәширов белдерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика