06:27 (UTC+5), 24 Августа 2021

Өфөлә «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының 8-се этабы генерал Шайморатовҡа арнала

Ләйлә Аралбаева
Шәмбе, 28 августа, Өфөлә «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының һигеҙенсе һайлап алыу этабы уҙғарыла. Сараны Башҡортостан Хөкүмәте һәм республиканың Ауыл хужалығы министрлығы булышлығында Таһир Күсимов исемендәге «Аҡбуҙат» ипподромы ойоштора.
Ярышта, йәрәбә буйынса, Архангел, Туймазы, Мишкә, Әлшәй, Ауырғазы райондарының һәүәҫкәр жокейҙары ҡатнаша. Бүләк фонды — 1 миллион һум, тип хәбәр итте «Башинформ»ға ипподром директоры Дамир Исеев.
Турнир легендар дивизия командиры, Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнөнә арнала (1899-1943). Абруйлы ҡунаҡтар, билдәле спортсылар, быйыл июль айында Липецк өлкәһе Тербун районы Озерки ауылында уҙған «Тербун сиге. 1942 йылдың эҫе йәйе» хәрби-тарихи фестивалендә ҡатнашыусылар саҡырылған. Сарала Рәсәйҙән һәм яҡын сит илдәрҙән 30-ға яҡын хәрби-тарихи клуб ҡатнашты. Башҡортостан делегацияһына «Любизар» хәрби-тарихи клубы ағзалары (етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов), башҡорт атлыларының ейәндәре һәм бүләләре, тарихсылар, крайҙы өйрәнеүселәр инде.
Фестиваль төбәктә алтынсы тапҡыр ойошторолдо. Ҡунаҡтар өсөн ялан госпитале, ҡорал һәм хәрби техника күргәҙмәһе, стилләштерелгән буфет эшләне. 40-сы йылдарҙағы мода күрһәтелде һәм байрам концерты булды. Һуңынан танктар һәм аттар менән Тербун янындағы алыштың тарихи реконструкцияһы сәхнәләштерелде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Тербун районында фронт һыҙығы үткән. Озерки ауылы эргәһендә аяуһыҙ һуғыш булған. Тарихсылар уны «кесе Прохоровка» тип йөрөтә. Тербун районының яу яланында Ҡыҙыл Армияның 27 мең һалдат-офицеры башын һалған. Озерки янында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ла бик күп яугирҙәрен юғалтҡан. Былтыр бында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа бюст ҡуйылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика