05:37 (UTC+5), 20 Августа 2021

Өфөлә Донъя чемпионатындағы ирекле көрәштә рәсәйҙәр алтын һәм көмөш миҙал яуланы

Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфөлә юниорҙар араһында донъя беренселегенең ирекле көрәш буйынса ярышында Рәсәй командаһы алтын һәм көмөш миҙал яуланы.
59 килограмға тиклемге категорияла Анастасия Сидельникова финал алышында Белоруссия спортсыһы Арина Мартынованы еңде. Әлеге категорияла өсөнсө урынды Монголия һәм Һиндостан вәкилдәре алды.
Рәсәй спортсыһы Елизавета Петлякова финалда Американан Амит Элорҙан еңелеп, юниорҙар араһында ирекле көрәш буйынса донъя чемпионатының көмөш призеры булды.
50 килограмға тиклемге категорияла спортсы Эмили Шилсон еңеү яуланы, 55 килограмға тиклем — Белоруссиянан Алеся Гетманова, 76 килограмға хәтлем — АҠШ-тан Кайли Велкер.
20 августа «Өфө-Арена»ла донъя беренселегенең грек-рим көрәше буйынса ярыштары башлана.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика