11:52 (UTC+5), 17 Августа 2021

Ненад Лалович: Башҡортостанда спорт көрәше традициялары бик көслө

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
16 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Берләшкән көрәш донъяһы президенты Ненад Лалович һәм йәштәр араһында спорт көрәше буйынса Донъя беренселегенең абруйлы ҡунаҡтары менән осрашты.
Әйткәндәй, был ярыштар Рәсәйҙә ҡатнашыусылар һәм ойоштороусылар тулыһынса коронавирус инфекцияһынан вакцинация үткән күмәк кеше ҡатнашлығындағы тәүге сара булды.
«Ниһайәт, илебеҙҙә ошо сағыу спорт ваҡиғаһын уҙғарыуҙы көтөп алдыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Ике йыл көрәш буйынса донъя чемпионаты үткәрелмәне. Юниорҙар араһында Беренселек иһә Рәсәйҙә тәүгә ойошторола. Уны үткәреү урыны итеп Башҡортостандың һайланыуы – беҙҙең өсөн оло хөрмәт һәм ҙур яуаплылыҡ. Донъяның 55 иленән 1 000 атлетты ҡаршы алырға оҙаҡ һәм ныҡлы әҙерләндек».
Башҡортостан Башлығы республикала спорт көрәшенә ҙур иғтибар бирелеүен хәбәр итте – 62 мәктәптә 3,5 меңдән ашыу бала ошо спорт төрө менән шөғөлләнә. 2024 йылда 200 мәктәптә көрәш секцияларын асыу ниәте бар.
«Беҙ күп төҙөйбөҙ: Өфөлә Гимнастика үҙәге, футбол майҙаны төҙөлөшөн тамамлап киләбеҙ, Спорт көрәше үҙәген төҙөү эшенә тотонабыҙ, Волейбол үҙәге проектын әҙерләнек, Фехтование һарайын планлаштырабыҙ. Ошондай спорт объекттары – атлеттарыбыҙҙың еңеүенә хөрмәт билдәһе, – тине Радий Хәбиров. – Быйыл ике боҙ стадионы төҙөйбөҙ, ә 2024 йылға 16 район үҙәгендә бассейндар асабыҙ. Был ҡоролмалар бик мөһим, сөнки Башҡортостан халҡында сәләмәт йәшәү рәүешенә, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә ихтыяж ҙур».
Берләшкән көрәш донъяһы президенты, Халыҡ-ара олимпия комитетының допинг буйынса комитеты етәксеһе Ненад Лалович Өфөлә Донъя беренселеген ойоштороуға юғары баһа бирҙе.
«Рәсәйҙә ошондай күләмле турнир тәүгә уҙғарыла. Был осраҡлы түгел, сөнки Башҡортостанда спорт көрәше традициялары бик көслө», – тине Ненад Лалович.
Берләшкән көрәш донъяһы вице-президенты, Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили Өфөлә юниорҙар араһында Донъя беренселегенең үҙенсәлекле булыуына иғтибар итте.
«Өс йылдан бөгөн Өфө келәмдәрендә сығыш яһаған көрәшселәр Париждағы Олимпиадала үҙ илдәренең милли йыйылма командалары намыҫын яҡлаясаҡ. Беҙ әле үк буласаҡ олимпия чемпиондарын таный алабыҙ, – тине Михаил Мамиашвили. – Башҡортостанға килгәндә, бында совет заманынан уҡ ҡеүәтле көрәш мәктәбе йәшәп килә. Билдәле тренер Владимир Борман байтаҡ чемпиондар һәм призёрҙар тәрбиәләне. Хәҙер республика етәксеһе Радий Хәбировтың мәктәптәргә көрәште индереү менән шөғөлләнеүе оло әһәмиәткә эйә».
https://www.bashinform.ru/news/1630319-nenad-lalovich-v-bashkirii-ochen-silny-traditsii-sportivnoy-borby/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика