07:27 (UTC+5), 12 Июль 2021

Өфө боксеры – Европа чемпионы

Башҡортостандың Спорт министрлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфө спортсыһы Иван Тихонов 15-16 йәшлектәр араһында бокс буйынса Европа беренселегендә алтын миҙал яуланы. Ярыштар Грузияның баш ҡалаһы Тбилисиҙа уҙҙы, унда 30 илдән 224 егет һәм 115 ҡыҙ наградалар өсөн көс һынашты.
«Алыш ун өс ауырлыҡ категорияһында үтте, 46 килограмдан алып 80 килограмға тиклем. 16 йәшлек Иван Тихонов 63 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаны», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Ярымфинал алышында Тихонов Грузия боксеры Сартания Мамуканы еңде, ә финалда Италия спортсыһы Самуэль Джиджлиоттанан көслөрәк булып сыҡты. Судьялар бер тауыштан алтын миҙалды яҡташыбыҙға бирҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика