07:40 (UTC+5), 24 Мая 2021

2024 йылға тиклем Башҡортостан райондарында ГТО тапшырыу өсөн майҙансыҡтар булдырыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» комплексын үҫтереү өсөн йөкләмә әҙерләргә ҡушты. Был турала республика етәксеһе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Атап әйткәндә, 2024 йылға тиклем барлыҡ муниципалитеттарҙа ГТО тапшырыу өсөн майҙансыҡтар булдырыла. Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов һүҙҙәренсә, ошо маҡсатҡа төбәк бюджетынан 21,7 миллион һум субсидия бүленгән.
«Һәр муниципалитетҡа дөйөм суммаһы 21 741,9 мең һумлыҡ 69 мобиль спорт ҡорамалы комплекты һатып алынған», — тине ведомство етәксеһе.
Әйткәндәй, ГТО комплексының электрон мәғлүмәттәр базаһында әлеге ваҡытта 515 кеше теркәлгән. Йыл аҙағына республиканың Спорт министрлығы был һанды 550 меңгә еткерергә йыйына.
Башҡортостандың муниципаль райондарында һәм ҡала округтарында хәҙер 68 һынау үҙәге эшләй (Бөрөлә һәм Стәрлетамаҡта икешәр үҙәк).
Комплекс 11 йәш төркөмөндә (6 йәштән башлап 70 йәшкә тиклем һәм өлкәнерәктәр) спорт нормативтарын ҡабул итеүҙе күҙ уңында тота. Республикала йәшәгән һәр кем ГТО комплексы нормативтарын үтәй башлаһын түбәндәге аҙымдарҙы яһарға кәрәк:
1-се аҙым – www.gto.ru сайтында теркәлеү;
2-се аҙым – табип рөхсәтен алыу;
3-сө аҙым – ГТО-ны һынау үҙәктәрендә һынауҙарҙы үтәү (һәр ҡалала йәки районда), һынауҙар исемлеге слайдта;
4-се аҙым – тантаналы шарттарҙа отличие билдәһен тапшырыу.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика