12:03 (UTC+5), 21 Мая 2021

Радий Хәбиров Башҡортостандың спорт ҡаҙаныштары тураһында һөйләне

Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин
Бөгөн Өфөлә Физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса советтың беренсе ултырышы уҙҙы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уның илебеҙҙә тәүге тапҡыр үтергә тейешле юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя беренселеге алдынан ойошторолоуын билдәләне. Чемпионат 11 августа башлана. Киләһе йылда Башҡортостан волейбол буйынса донъя чемпионатын ҡабул итһә, 2025 йылда «Евразиада» – милли һәм олимпияға ҡарамаған спорт төрҙәре буйынса Евразия чемпионаты була.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, беҙҙә чемпиондар әҙерләүгә лә, күмәк спортты үҫтереүгә лә шарттар булдырыла. Былтыр ғына 104 спорт ҡоролмаһы, 14 спорт залы, 3 йөҙөү бассейны, 115 ҡала инфраструктураһы объекты сафҡа индерелде. Спорт ҡоролмалары һаны буйынса төбәктәр рейтингында (ә улар беҙҙә 13 меңгә яҡын) республика икенсе урынды биләй. Беренсе урында – Мәскәү (23,9 мең), өсөнсөлә – Татарстан (11,1 мең).
Күптән түгел «Спорт менән йәшәйем» Бөтә Рәсәй форумында Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге Рәсәйҙең иң яҡшы спорт ҡоролмаһы тип танылды.
«Быйыл тағы 12 спорт объекты төҙөлә. Өфөлә ябыҡ футбол манежы, спорт гимнастикаһы буйынса физкультура комплексы һала башланыҡ. Халыҡ-ара Көрәш һарайын, Волейбол үҙәген, ишеү слаломын проектлауҙы тамамланыҡ. 2024 йылға тиклем барлыҡ район үҙәктәрен бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу үҙәктәре менән тәьмин итеү бурысы тора. Уларҙа буласаҡ чемпиондар әҙерләрбеҙ, балаларҙың һаулығын нығытырбыҙ», — тине Радий Хәбиров.
Республика артабан да торлаҡ кварталдарында волейбол һәм баскетбол, хоккей майҙансыҡтары, урам тренажерҙары төҙөүҙе дауам итергә йыйына.
«Былтырҙан башлап илдә тәүге тапҡыр тап беҙҙең республикала «Ауыл тренеры» пилот проекты ғәмәлгә ашырыла. Программа йәш белгестәрҙе ауыл-ҡасабаларға, 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға йәлеп итеүҙә булышлыҡ күрһәтә. Йыл һайын ошо маҡсатҡа 60 миллион һум бүләбеҙ. Был биш йылдан ашыу ауылда эшләргә тейешле тренерҙарға 600 мең һумлыҡ 100 грант. Аҡсаны торлаҡ (өй йәки фатир), йорт һалыу өсөн ер участкаһы һатып алыуға тотонорға мөмкин. Беҙ тренерҙарға аҡсаны артабан һөнәри белем алыу өсөн файҙаланыу хоҡуғын бирергә уйлайбыҙ», — тине республика етәксеһе.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика