07:34 (UTC+5), 16 Марта 2021

Шамил Ғәзизов – «Өфө» клубының генераль директоры

Станислав Шахов
IMPORT Сервисный
«Өфө» футбол клубы директорҙар советының ултырышы тамамланды. Унда клубтың турнир таблицаһындағы хәленең ҡәнәғәтләнерлек булмауы һәм быны нисек төҙәтеү тураһында һүҙ барҙы. Шулай уҡ яңы генераль директор тәғәйенләү хаҡында ҡарар ҡабул ителде. Ул – Өфө көйәрмәндәренә яҡшы таныш булған Шамил Ғәзизов.
— Һуңғы ун йылда клубтың барлыҡ еңеүҙәре һәм уңыштары – Шамил Камил улының хеҙмәте. Бер кем дә унан яҡшыраҡ булдыра алмай. Клубтың әлеге етәксеһенә дәғүәләр юҡ, объектив финанс йәһәтенән ҡатмарлыҡтар килеп тыуҙы. Беҙ еңел булмаған осорҙа клубҡа ҡайтырға хәл иткәне өсөн Шамилға бик рәхмәтлебеҙ. Уның алдына Премьер-лигала ҡалыу һәм Рәсәй кубогында уңышлы сығыш яһау бурысын ҡуябыҙ, — тине директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов.
— Ошо юғары һөҙөмтәгә беҙ бергәләп өлгәштек, еңел булмаған хәлдән бергәләп сығырбыҙ. Тәү сираттағы бурысым - эшләү! — тине Шамил Ғәзизов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика