06:58 (UTC+5), 11 Февраля 2021

Яҡташыбыҙ Эдуард Латипов биатлон буйынса Донъя чемпионатында туғыҙынсы урын алды

Nordic Focus
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Рәсәй биатлонсылары Словенияла донъя чемпионатында ҡатнаш эстафетала туғыҙынсы урын алды. Йыйылма команда составында Башҡортостан спортсыһы Эдуард Латипов та йүгерҙе. Ул финишҡа етенсе булып килде.
Ярышты Александр Логинов башлап ебәрҙе, һуңынан Латипов ҡушылды. Эстафетаны Светлана Миронова (ул баҫып атҡанда тейҙермәне) һәм Ульяна Кайшева тамамланы.
1. Норвегия – 1:20:19.3 (0+11)
2. Австрия +27.0 (0+2)
3. Швеция +30.6 (0+8)
9. Рәсәй +2:11.4 (2+9)
12 февралдә Өфө ваҡыты буйынса киске сәғәт 7-се 30 минутта донъя чемпионатында ир-егеттәр спринты башлана. Рәсәйҙән ғәмәлдәге донъя чемпионы Александр Логинов ҡатнаша. Уның былтырғы еңеүе Рәсәй биатлонсыларына спринтҡа дүртәү урынына биш квота бүләк итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика