Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.72
-0.24
93.81
-0.11
62.51
+0.52
2+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Ғинуар 2021, 11:07

Өфөнән 10 йәшлек малай – шахбокс буйынса Рәсәй чемпионы

Өфөнөң «Гастелло» спорт клубының 10 йәшлек тәрбиәләнеүсеһе Рамазан Хәйбуллин шахбокс-фит буйынса Рәсәйҙең онлайн чемпионатында еңеү яуланы.
Ярышта илдең 17 төбәгенән 67 шахбоксер ҡатнашты. Команда зачетында беренсе урынды Санкт-Петербург вәкилдәре алды, икенселә – Силәбе, өсөнсөлә – Амур өлкәһе спортсылары.
Бынан алда «Башинформ» 2020 йылдың йәйендә республикала Шахбокс федерацияһы ойошторолоуы тураһында хәбәр иткәйне. Шахбокс - боксты һәм шахмат уйынын берләштергән спорт төрө.
Автор: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: шахбокс
Читайте нас