Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Декабрь 2020, 13:22
Башҡортостан спортсыһы сноуборд буйынса Рәсәй кубогында икенсе урынды яуланы
Рәсәйҙең Сноуборд федерацияһы
Башҡортостан спортсыһы Константин Еркаев сноуборд буйынса Рәсәй кубогында «биг эйр» дисциплинаһында икенсе урынды яуланы. Кемерово өлкәһендәге финал ярыштарында яҡташыбыҙ көмөш миҙал алды, ләкин миҙгел йомғаҡтары буйынса барлыҡ ярышташтарын, шул иҫәптән «биг эйр» дисциплинаһының йомғаҡлау сығыштарында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән Сахалин өлкәһе егете Вячеслав Эглены уҙып китте, тип хәбәр иттеләр Рәсәйҙең Сноуборд Федерацияһынан.
Кемерово өлкәһендә ярыштар Халыҡ-ара тау саңғыһы спорты федерацияһы эгидаһы аҫтында уҙҙы, был Константин Еркаевҡа һәм башҡа ҡатнашыусыларға FIS-мәрәй йыйырға мөмкинлек бирҙе.
https://www.bashinform.ru/news/1535430-snoubordist-iz-bashkirii-stal-luchshim-v-rossii-v-akrobaticheskoy-distsipline-big-eyr/
Автор:
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
рәсәй кубогы
сноуборд
Читайте нас: